Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 13:40

Кеше башынан стена

Төҙөлөш материалдары урынына кеше башы һәм һөйәктәрен ҡулланғандар.

Археологтар ҡаҙыныу эштәре ваҡытында кеше баштарынан һәм һөйәктәренән эшләнгән стенаға тап булған. The Brussels Times гәзите хәбәр итеүенсә, был стена Бельгияның Генте ҡалаһындағы Изге Бавон соборы эргәһендә табылған.
Бындай ғәҙәти булмаған стена 17-18-се быуат тирәләрендә төҙөлгән булған. Билдәһеҙ археолог төҙөлөш материалдары урынына 15-се быуатта үлгән өлкән кешеләрҙең баштарын һәм һөйәктәрен ҡулланған.
Был стенаға ҡайҙан шул тиклем һөйәк табылған һуң? Баҡтиһәң, сиркәү зыяраты тулғас, элекке ҡәберлектәрҙе ҡаҙып алғандар. Дин буйынса кеше һөйәктәрен ташларға ярамағанлығын белгән архитектор, уларға ошондай ҡулланма уйлап сығарған.