“Лесовоз” оператив-профилактик операцияһы дауам итә. 16 февралгә тиклем 198 рейд уҙғарылған, 3678,8 куб.м ағас һәм пиломатериал ташыусы 291 транспорт тикшерелгән. Шуларҙың 6-һы 56,8 куб.м. ағас менән тотолған. 11 осраҡта законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыуҙары асыҡланған. Улар тарафынан йығылған ағас 45,491 куб.м тәшкил итә. 3 енәйәт эше асылған. Законһыҙ ағас ҡырҡыу 341, 48 мең һумлыҡ зыян килтергән.