АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 14:15

Күкрәп йәшәүҙәргә “Һуң түгелдер”

Сибайҙар Насип Һаҡмаровты оҫта төҙөүсе тип белә. Был ир-уҙамындың башҡа һөнәрҙәре лә күп икән. Уларын белгегеҙ килһә, 18 февралдә 16.00 сәғәттә Сибай ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү моделле китапханаһында (Чайковский урамы, 30) рәхим итегеҙ!

18 февралдә 16.00 сәғәттә Сибай ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү моделле китапханаһында (Чайковский урамы, 30) әүҙем йәмәғәтсе Насип Һаҡмаровтың 55 йәшлек ғүмер байрамына, Башҡорт теле йылына арналған “Һуң түгелдер” тип исемләнгән ижад кисәһе үтә.
Сарала Насип Һаҡмаровтың ижадташ дуҫтары—шағир, республика йыр конкурстары лауретаты Фәнис Сирбаев, ауылдашы Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы егете, республика йыр конкурстары лауреаты Азат Исҡужин, “Алтын” фольклор ансамбле ҡатнаша.