Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 14:45

Документтарҙы һаҡлауҙың да ваҡыттары бар

2020 йылдың 18 февраленән документтарҙы һаҡлауҙың яңы ваҡыттары билдәләнә. Рәсәй архивы төрлө органдар эшмәкәрлегенең архив документтарын һаҡлауҙың исемлеген раҫлаған.

2020 йылдың 18 февраленән документтарҙы һаҡлауҙың яңы ваҡыттары билдәләнә. Рәсәй архивы төрлө органдар эшмәкәрлегенең архив документтарын һаҡлауҙың исемлеген раҫлаған. Был исемлек бөтә структураларға ҡағыла һәм уға ярашлы ойошма, структур подразделениеларға 2020 йылдың номенклатураһын приказға ярашлы тәртипкә килтерергә кәрәк.
“Дәүләт органдары, урындағы үҙидаралыҡ һәм ойошмалар эшмәкәрлеге барышында тупланған архив документтары менән идара итеүҙе, уларҙы һаҡлау ваҡытын күрһәтеүҙе раҫлау” тураһындағы федераль архив агентлығының приказы Рәсәй Федерацияһының юстиция министрлығында дәүләт теркәүе үткән.
Исемлек менән :http://publication.pravo.gov.ru/Document/View/0001202. рәсми сайтында танышырға мөмкин