Башҡортостан урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ведомство 30 миллион һумға 10 трактор алырға ниәтләй. Тәгәрмәсле тракторҙар “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән алынасаҡ. Был техника урманды тергеҙеү, үҫтереү, тәрбиәләү һәм янғынға ҡаршы профилактика эштәрендә ҡулланыласаҡ.