АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2020, 18:15

50 мең һум кемгә эләгер?

--Бөгөн остаздар үҙҙәренә тауыштарын оҡшатып тиҫтәнән ашыу йырсылар һайлап ала. Улар менән 3 аҙна эшләгәндән һуң 4 мартта -- батл, 5 мартта-- ярым финал, 14 мартта—финал уҙасаҡ. 16 йәштән 45 йәшкәсә йырсылар төп приз—50 мең һум өсөн йырлап ярыша. Барыһына ла уңыштар теләйем,--ти проектты башлап ебәреүсе Илшат Рәшит улы.

Сибай ҡалаһының “Мир” йәштәр йортонда “Урал аръяғы тауышы” шоу-проекты старт алды. Унда Урал аръяғы райондарынан һәм хатта Силәбе өлкәһенән 60-ҡа яҡын кеше йырлап ярыша. Кисә конкурстың кастингы үтһә, бөгөн “һуҡыр таңлауҙар” бара. Сибай телевидениеһы “Сәләм” телеканалы менән берлектә проекттың бөтә этаптарын тура эфирға сығара.
--Бөгөн остаздар үҙҙәренә тауыштарын оҡшатып тиҫтәнән ашыу йырсылар һайлап ала. Улар менән 3 аҙна эшләгәндән һуң 4 мартта -- батл, 5 мартта-- ярым финал, 14 мартта—финал уҙасаҡ. 16 йәштән 45 йәшкәсә йырсылар төп приз—50 мең һум өсөн йырлап ярыша. Барыһына ла уңыштар теләйем,--ти проектты башлап ебәреүсе Илшат Рәшит улы.
Остаздар командаһына килгәндә, ул көслө, талантлы йырсыларҙан тора: йырсы, аранжировщик, алып барыусы Рәил Өмөтбаев, арт-алып барыусы, музыкант Светлана Үтәева, музыкант, бейеүсе, шоумен Заһир Зәйнетдин, йырсы, педагог Надежда Комагорова.
Читайте нас: