Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2020, 03:00

ВТБ банкыһы бүлеге асыла

--Банк өлкәһендә конкуренция үҫешенә тағы бер аҙым яһала. Урында ни тиклем улар һаны күп булһа, халыҡтың шул тиклем хеҙмәттәрҙе һайлауҙарға мөмкинлектәре лә киңәйә,-- тине ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов осрашыуҙа.

Сибай ҡалаһында беренсе “Урал аръяғы—2019” инвестицион һабантуйы сиктәрендә ҡабул ителгән ҡарарҙар тормошҡа ашырыла. Әлеге мәлдә эҙмә-эҙлекле рәүештә урында ВТБ банкыһының бүлеген асыуға әҙерлек бара. Сибай тиҙҙән төбәк селтәренә тоташасағын ҡала эшҡыуарҙары менән булған осрашыуҙа ВТБ банкыһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идарасыһы Ирек Радил улы Мөхәмәтдинов белдерҙе.
–Ирек Радил улын оҙаҡ йылдар беләм һәм уға ихтирамым ҙур. Банк өлкәһендә конкуренция үҫешенә тағы бер аҙым яһала. Урында ни тиклем улар һаны күп булһа, халыҡтың шул тиклем хеҙмәттәрҙе һайлауҙарға мөмкинлектәре лә киңәйә,-- тине
ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов осрашыуҙа.-- Иҫегеҙгә төшөрәм, һуңғы 2-3 йылда Сибайҙа ике банк вәкиллеге ябылды. Шул арҡала күп кенә хеҙмәткәрҙәр эшһеҙ ҡалды. Яңы офис—әҙер кадрҙар өсөн яңы эш урындары буласаҡ. Минең өсөн был бик мөһим.