Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2020, 04:10

Гимназистар тарихты яҡшы белә

--Тарих—ул даталарҙы, хәл-ваҡиғаларҙы иҫтә тотоу ғына түгел, фекерләүҙе үҫтереүсе фән. Тарихтан тыш, философия менән ныҡлы ҡыҙыҡһынам. Астрономия ла күңелемә ят түгел,--ти олимпиаданың беренсе унау араһында билдәләнеүсе Илдар Мәзитов.

Сибай ҡалаһы гимназияһының 11 А класы уҡыусылары Илдар Мәзитов һәм Никита Усков мәктәп уҡыусыларының тарих буйынса Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаһының төбәк этабында көстәрен һынап ҡараны. Егеттәрҙе ярышҡа тарих уҡытыусыһы Елена Марат ҡыҙы Елисеева әҙерләгән.
--Күмәк сарала республиканың бөтә ҡала һәм райондарынан тиҫтерҙәребеҙ ҡатнашты. Һорауҙар еңелдән булманы, шулай ҙа беҙ башҡаларҙан ҡалышмаҫҡа тырыштыҡ. Тарих—ул даталарҙы, хәл-ваҡиғаларҙы иҫтә тотоу ғына түгел, фекерләүҙе үҫтереүсе фән. Тарихтан тыш, философия менән ныҡлы ҡыҙыҡһынам. Астрономия ла күңелемә ят түгел,--ти олимпиаданың беренсе унау араһында билдәләнеүсе Илдар Мәзитов.