Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 10:05

Ветерандарға—75 мең һум

75 йыллыҡҡа 75-шәр мең һум ҡаралған... Ул кемдәргә биреләсәк? Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Билдәле булыуынса, быйыл илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан, Рәсәй президенты В.В.Путин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы.
2020 йылдың апрель-май айында ветерандарға, яугирҙарыбыҙҙың тол ҡалған ҡатындарына, һуғыш осоронда әсирлеккә эләгеүселәргә 50 һәм 75 мең һумдан түләүҙәр булдырыла.
Тулыраҡ Кремль сайтында танышырға була.
#ВВПУТИН