Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 01:10

Уҡыусыңдың уңыштарын күреү—оло бәхет

--Уҡыусыңдың уңыштарын күреү—оло бәхет. Тәрбиәләнеүселәребеҙ беҙҙең эште дауам итеп, бейеүҙе һөнәренә әйләндереп, үрҙәр яулай икән, тимәк беҙҙең хеҙмәт бушҡа китмәгән,--ти бейеүсе Фәнил Шәйхислам улы.

Сибай Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Сания Хәйбуллина, Мехринисо Мәмәтова, Фәнил Әсәҙуллиндар сирек быуат ғүмерен балаларҙы бейеүгә өйрәтеүгә бағышлаған. Атаҡлы уҡытыусылар хәҙер тәрбиәләнеүселәренең уңыштарын күреп ҡыуана. Ошо көндәрҙә сәнғәт мәктәбен 2004 йылда тамамлаған Рәмил Мостафин Башҡортостандың атҡаҙанған артисы маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Тырыш егетте уҡытыусылары лайыҡлы наградаһы менән ихлас ҡотлап, уның өсөн шат булыуҙарын белдерҙе.
--Уҡыусыңдың уңыштарын күреү—оло бәхет. Тәрбиәләнеүселәребеҙ беҙҙең эште дауам итеп, бейеүҙе һөнәренә әйләндереп, үрҙәр яулай икән, тимәк беҙҙең хеҙмәт бушҡа китмәгән,--ти бейеүсе Фәнил Шәйхислам улы, Рәмилде тәбрикләп.
Читайте нас: