АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 18:20

Һуғыш яралары төҙәлмәй

Сибай ҡалаһының тарих-крайҙы өйрәнеү музейы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү музей дәрестәре циклын башлап ебәрҙе. Бөгөнгө тәүге дәрестә Сибай сәнғәт колледжының I-III курс студенттары дәһшәтле һуғыш тарихы менән тәрәндән танышты.

--Йәштәргә блокада ҡамауында ҡалған Ленинград тураһында һөйләнек. Ҡыҙҙар-егеттәр Н.И.Йәрмөхәмәтованың сығышын ҡыҙыҡһынып тыңланы,--ти музейҙың ғилми хеҙмәткәре Миңнур Шәһиева.—Быйылғы Хәтер һәм дан йылында бындай дәрестәр дауам итәсәк. Йәш быуын һуғыштың тере шаһиттары--ветерандарҙы үҙ күҙҙәре менән күеп ҡалһын өсөн тырышабыҙ.
Читайте нас: