АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 14:40

Киҙеү ҡотора

Роспотребнадзор идаралығы белешмәләре буйынса Башҡортостанда киҙеү һәм киҫкен респиратор вирусылы инфекцияһы эпидемияһы ғинуар аҙағында башланған. Әлеге мәлдә сирлеләрҙең һаны 35,6 проценттан артҡан. Шуларҙың 32 проценты—мәктәп уҡыусылары.

Сибай ҡалаһында киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырыусылар һаны-артҡандан арта. Бөгөндән, йәғни, 11 февралдән ҡаланың 9-сы лицейы карантинға ябыла. Уҡыусыларҙың 29 проценты ауырығанлыҡтан, белем биреү процесы ваҡытлыса туҡтатыла. Унда 18 февралдә генә дәрестәр башлана. 12-се мәктәптә лә өлөшләтә карантин: 2-се, 5-се, 9-се, 9-сы кластарына ла аҙна аҙағына ҡәҙәр карантин иғлан ителгән.
Үҙәк дауахана биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда 3-9 февраль арауығында поликлиникаға 230 сирле мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 167-һе—балалар.
Башҡортостандың мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, дүшәмбенән 16 февралгә ҡәҙәр Өфө, Нефтекама ҡалалары мәктәптәрендә карантин иғлан ителгән. Дөйөм алғанда төбәктә 167 мәктәп, 10 балалар баҡсаһы ваҡытлыса эшләмәй.