Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 14:55

Һаҡланыу сараһы күрелә

Рәсәй бөтә яҡлап та һаҡланыу сараһын күрә: 1 февралдән Ҡытай менән авиабәйләнеш сикләнде, Хөкүмәт ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, Рәсәй туристар төркөмө менән визаһыҙ килгән Ҡытай граждандарын ҡабул итеүҙе ваҡытлыса туҡтата.

Хубэй провинцияһының Ухань ҡалаһында килеп сыҡҡан сир бөтә донъяны аяҡҡа баҫтырҙы. Ҡытай етәкселегенең һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 600-гә яҡын кеше уның ҡорбаны булған, 14 меңдән ашыу кеше сирҙе йоҡторған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тағы ла 23 илдә 130 осраҡ теркәлеүен раҫланы. Рәсәйҙә иһә әлегә ике осраҡ теркәлгән, улар—Ҡытай граждандары. Рәсәй бөтә яҡлап та һаҡланыу сараһын күрә: 1 февралдән Ҡытай менән авиабәйләнеш сикләнде, Хөкүмәт ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, Рәсәй туристар төркөмө менән визаһыҙ килгән Ҡытай граждандарын ҡабул итеүҙе ваҡытлыса туҡтата.
Читайте нас: