Рәсәй Президенты мөрәжәғәтнамәһендә башланғыс класс уҡыусылары бушлай йылы аш менән тәьмин ителергә тейеш тип белдергәйне. 6 февраль Дәүләт Думаһы комитеты ултырышында әлеге закон проекты ҡабул ителде.
1-4 класс уҡыусыларын бушлай туҡландырыуға федераль, төбәк һәм урындағы бюджет сығым бүләсәк, ә йылы аш менән тәьмин итеүҙе мәктәп ойошторорға бурыслы.
Бушлай йылы аш менән тәьмин итеүгә 2020 йылдың 1 сентябренән 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем күсеү күҙаллана.