Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2020, 16:35

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай

Конкурста балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ата-әсәләре менән бергә шиғыр ятлап ярышты. Һәр ғаилә яңғырауыҡлы, тематикаға тап килгән шиғыр һайлаған. Сәлихйән Ғиниәт улы Әфләтүнов менән ейәнсәре Нурия һөйләгән шиғыр барыһының да күңеленә үтеп инде.

Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм башҡорт теле йылына арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Конкурста балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ата-әсәләре менән бергә шиғыр ятлап ярышты. Һәр ғаилә яңғырауыҡлы, тематикаға тап килгән шиғыр һайлаған. Сәлихйән Ғиниәт улы Әфләтүнов менән ейәнсәре Нурия һөйләгән шиғыр барыһының да күңеленә үтеп инде. Улар гран-приға лайыҡ булды. Беренсе урынды Данил һәм Айһылыу Абдулғазиндар яуланы. Икенсе урында Салауат һәм Лилиә Рәхмәтуллиндар булһа, өсөнсө урынды Тамерлан Иҫәнғолов, Әмирхан Вәлитовтың ғаиләләре бүлеште. Шиғыр бәйгеһендә ҡатнашыусы ғаиләләрҙең барыһы ла төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
--Конкурсты ойоштороусы балалар баҡсаһы мөдире Н.А.Фәттәховаға, коллегаларыма ҙур рәхмәт! Элиза һәм Айгүзәл ҡыҙҙарым шиғыр һөйләне. Һуғыш темаһы беҙгә ят түгел, сөнки минең дә, иремдең дә ҡартатайҙары илебеҙ именлеге өсөн яуҙа баштарын һалған,--ти балалар аҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Сәитәхмәт ҡыҙы Исҡужина.
Читайте нас: