Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 10:05

1 МАРТТАН БУШЛАЙ

Интернетҡа түләмә, онлайн теркәл…Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Дәүләт хеҙмәте порталына (Госуслуги) мобиль элемтә аша инеүселәрҙән 2020 йылдың 1 мартынан интернетҡа түләү талап ителмәйәсәк. Баланста аҡса булмаһа ла, ул һеҙгә асыҡ буласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин быйылғы мөрәжәғәтнамәһендә мөһим социаль сайттар менән бушлай файҙаланыуҙы тәьмин итеүҙе тәҡдим иткәйне. “Был осраҡта интернет-трафик өсөн түләү кәрәкмәйәсәк”,--тигәйне дәүләт башлығы.

Росстат етәксеһе Павел Малков был үҙгәреш халыҡ иҫәбен алыуға ҙур мөмкинлек бирә тип белдерҙе. 1-25 октябрҙә Дәүләт хеҙмәттәре порталына теркәлгән барлыҡ Рәсәй халҡы үҙаллы яҙыла ала, бының өсөн “Пройти перепись населения” тигән хеҙмәтте һайлау ҙа етә.

Цифрлы технологиялар 2020 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуҙы еңелләштерә, уңайлы итә. Әйткәндәй, 2019 йылда алынған һорауламала яуап биреүселәрҙең 52 проценты онлайн теркәләсәктәрен белдергән дә инде.

#ВВПУТИН#ПЕРЕПИСЬ