Ошо көндәрҙә “Аленушка” балалар баҡсаһының “Йондоҙҙар” төркөмө ирекмәндәре тәүгеләрҙән булып сараға ҡушылды. Бәләкәстәр ата-әсәләр, тәрбиәселәр ярҙамында тағараҡтар эшләп, балалар баҡсаһы биләмәһендәге ағастарға элеп сыҡты. Ҡыҙылтүштәр, ҡарабаш турғайҙар шунда уҡ осоп килеп, тағараҡтан ем сүпләй башлауын балалар ҙур кинәнес менән күҙәтте.