Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 14:55

ГЕЛ ГЕНӘ ЙЫЛЫ ТОРМАҪ...

Төбәктәргә Баренц диңгеҙенән үтә һалҡын һауа үтеп инә башлай...

Башҡортостанда, Рәсәйҙең Европа биләмәһендәге кеүек үк, тиҙҙән йәнә һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе көтөлә. Төбәктәргә Баренц диңгеҙенән үтә һалҡын һауа үтеп инә башлай.
Шаршамбы 5 февралдән һауа температураһы түбәнәйә. Төндә -7,-12, аяҙытҡанда -17 градусҡаса, көндөҙ -4,-9 градус була.
6 февралдә төньяҡ райондарҙа төндә термометр бағанаһы -12,-17 градусҡа тиклем төшә, көндөҙ -5,-10 градус һалҡын булыуы көтөлә, республиканың көньяғында төндә -3,-8, көндөҙ 0,-5 градус, тип хәбәр итә Башгидромет.
Яйлап температура фоны февралгә хас күрһәткестәргә яҡынлаша.
Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, ял көндәрендә Башҡортостанда һауа температураһы көндөҙ -11, төндә -20 градусҡа тиклем түбәнәйә.