Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2020, 10:30

“Заһиҙә” бейеүе һалына

Уҡыусылар нәфис һүҙ конкурсында башҡорт телендә шиғырҙар ятлап ярышасаҡ. Музыка мәктәбе булғас, әлбиттә, бөтә төркөмдәр көсө менән башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәренән концерт ҡуйыласаҡ,--ти ҡаланың Балалар музыка мәктәбе директоры Илүзә Йыһаннур ҡыҙы.

2020 йыл Башҡортостанда башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Нарыҡланған йыл һәм “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Сибай ҡалаһының Балалар
музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре өсөн төрлө саралар үткәреләсәк.
--Уҡыусылар нәфис һүҙ конкурсында башҡорт телендә шиғырҙар ятлап ярышасаҡ. Музыка мәктәбе булғас, әлбиттә, бөтә төркөмдәр көсө менән башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәренән концерт ҡуйыласаҡ,--ти ҡаланың Балалар музыка мәктәбе директоры Илүзә Йыһаннур ҡыҙы.
Әлеге көндә “Аллегро” өлгөлө хореография ансамбле солискаһы Рина Хәсәнова яңы сығыш өҫтөндә эшләй. Тырыш ҡыҙға бейеүҙе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәлил Әнүәр улы Ишбирҙин һала.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: