“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Иң яҡшы муниципаль практика” конкурсының приз фондын арттырыу идеяһын ил етәксеһе хупланы.
--Иң яҡшы муниципалитеттарҙы билдәләү йәһәтенән Бөтә Рәсәй конкурсының приз фондын арттырыуҙы хуплайым. Улай ғына ла түгел, ул һиҙелерлек артырға тейеш. 40 миллиондан 1 миллиардҡа күтәрергә кәрәк,--тине В.В.Путин.
Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Виктор Кидяев ил етәксеһенән 100 меңдән күберәк халыҡ йәшәгән бәләкәй ҡалаларҙа тарихи төҙөлөш булдырыуға 10 млрд. һум күләмендә өҫтәлмә сығым бүлеүҙе һораны. “Был ҡарар ҡалаларҙы үҫтереүгә, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлауға ҙур өлөш индерәсәк”,--ти Кидяев. Уның был фекере Төҙөлөш һәм торлаҡ-ҡоммуналь министрлығы тарафынан хупланды.