Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2020, 10:10

МАХСУС ЫШЫҠ УРЫН БУЛДЫРЫЛА

Фото төшөрөргә яратһаң, йәшенеп кенә ышыҡтан төшөр... Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Приморье крайындағы “Леопард ере” милли паркында фотографтар өсөн 8 ышыҡ урын эшләргә уйлайҙар. Был нығытма донъялағы иң һирәк бесәй—алыҫ көнсығыш леопардын фотоға төшөрөү өсөн ҡулланыласаҡ. Махсус ышыҡ урындар “Алыҫ көнсығыш леопардтары” ойошмаһы һәм “Ҡырағай Алыҫ Көнсығыш” проекты сиктәрендәге Президент гранттары фонды ярҙамы менән булдырыла. Фотографтар иһә булдырылған хеҙмәттәр өсөн аҡса түләйәсәк. Уларҙан килгән килем милли паркты үҫтереүгә, һирәк осраған һәм аҙ ҡалған хайуандарҙы һаҡлауға тотоноласаҡ.
Әйткәндәй, “Леопард ере” милли паркы 2012 йылдың апрелендә булдырылды. 2018 йылда 91 ҙур леопард һәм уларҙың 22 балаһы теркәлгән. Шулай уҡ был ерҙә амур юлбарыҫтары барлығы билдәле.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2019 йылда Рәсәй Президенты В.В.Путин хөкүмәткә айырыуса һаҡлау талап ителгән тәбиәғәт биләмәләрендә экология туризмын үҫтерергә лә ҡушҡайны.
#ВВПУТИН#ЭКОЛОГИЯ#НАЦПРОЕКТЫ