Ҡытайҙағы Рәсәй граждандарын алып ҡайтыу өсөн һауа көстәре самолеттары йәлеп ителде. Был хаҡта ил Президенты В.В.Путин указ сығарҙы. Әлеге ҡарар Ҡытайҙа таралған вирусҡа бәйле. Билдәле булыуынса, Байкал аръяғы һәм Төмән өлкәһендә коронавирус менән сирләүселәр теркәлгән. Улар—Ҡытай граждандары. Роспотребнадзор Рәсәйҙә вирус таралыу хәүефе юҡ тип белдерә.