Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2020, 13:00

Ҡурай уйнайһыңмы, һылыу?

Ҡурай уйнай белһәң, конкурста ҡатнашырға ашыҡ...

Был бәйге быйыл беренсе тапҡыр уҙғарыла, Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә ойошторола. Уны Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, республиканың Ҡурайсылар һәм Ҡатын-ҡыҙҙар союздары берлектә ойоштора. Бәйгелә ҡурайҙа уйнай белгән һәр ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша ала.
Конкурс еңеүселәре ике төркөмдә (16 йәшкә тиклем һәм өлкән) билдәләнә. Ҡатнашыусылар 5 минутлыҡ сығыш ваҡытында оҙон һәм бейеү көйө уйнарға тейеш. Милли кейем мотлаҡ. Бәйгенең йомғаҡлау өлөшө 20 февраль, Өфө дәүләт сәнғәт институтының концерт залында үтә.
Белешмәләр өсөн проект авторы һәм кураторы Юлиә Барлыбаеваға 8-937-493-63-88 һандары буйынса шылтратығыҙ.