Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2020, 10:25

Сүп-сарға ҡый ғына тип ҡарамағыҙ

Сүп-сар менән эш итеү буйынса килешеү төҙөүҙән баш тартҡан осраҡта Башҡортостан Республикаһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 6.1 статьяһына ярашлы административ штраф һалыныуы ихтимал. Граждандарға штраф күләме 500 һумдан 1 меңгә ҡәҙәр булһа, етәкселәргә -- 4 меңдән 7 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 35 меңдән 45 мең һум булыуы мөмкин.

3 февралдә Сибай ҡалаһының Зәки Вәлиди урамының 37-се йортонда “Эко-сити” төбәк операторы вәкилдәре 2020 йылда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү мәсьәләләре буйынса көн дауамында ойошма етәкселәрен һәм эшҡыуарҙарҙы ҡабул итә.
Ошо уҡ көндә 14.00-17.00 сәғәттәрҙә ҡала хакимиәтендә “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” программаһына ярашлы өҫтәмә осрашыу уҙғарыу ҙа ҡаралған.
--Ҡала биләмәһендә эшмәкәрлек алып барыусы юридик шәхестәрҙе сараға яуаплы ҡарарға саҡырабыҙ,--ти “Эко-сити” төбәк операторы вәкилдәре.—Сүп-сар менән эш итеү буйынса килешеү төҙөүҙән баш тартҡан осраҡта Башҡортостан Республикаһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 6.1 статьяһына ярашлы административ штраф һалыныуы ихтимал. Граждандарға штраф күләме 500 һумдан 1 меңгә ҡәҙәр булһа, етәкселәргә -- 4 меңдән 7 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 35 меңдән 45 мең һум булыуы мөмкин.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: