Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 11:00

Владимир Путин ҡыҙҙы ярлыҡаны

Кисә ҡыҙ иреккә сығарылды...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

2019 йылдың апрелендә Шереметьево аэропортында Израил ҡыҙы Наама Иссахар тотола. Хоҡуҡ һаҡлау органы эте уның багажы янында өйрөлә. Хеҙмәткәрҙәр тикшергәс, ҡыҙҙың сумкаһында 10 грамм гашиш булыуы асыҡлана. Оҙаҡ ҡына тикшергәндән һуң, октябрь айында Мәскәү өлкәһе суды уны дөйөм режимдағы колонияға 7, 5 йылға оҙатырға ҡарар итә.

Исхаар үҙенең наркотиктарға бер ҡыҫылышы ла булмауын, сумкаһында гашиш ятыуын үҙе лә белмәүен белдерә һәм ғәйебен инҡар итә.

Исхаарҙың әсәһе, Израилдең президенты һәм премьер-министры Рәсәй Президенты В.В.Путинға мөрәжәғәт менән сыға һәм ҡыҙҙы ярлыҡауҙарын һорайҙар.

В.В.Путин ярлыҡау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Израил ҡыҙы кисә, 29 ғинуарҙа, иреккә сығарылды.

#ВВПУТИН