Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 10:40

Ҡасаба мөхите уңайлы

Сибайҙың Арҡайым ҡасабаһы халҡы йәшәйешен яҡшыртыу өсөн ҡала хакимиәте күп тырышлыҡтар һала. Төҙөкләндереү эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Сибайҙың Арҡайым ҡасабаһы халҡы йәшәйешен яҡшыртыу өсөн ҡала хакимиәте күп тырышлыҡтар һала. Төҙөкләндереү эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
--Иң беренсе сиратта, ҡасабаға барыу күпкә еңелләште, Крупская урамында күперҙе яңырттыҡ, тимер юлы переезы биләмәһендә юлды ремонтланыҡ, --ти ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов, башҡарылған эштәрҙе барлап. –Арҡайым эсендә лә юлдар рәтләнде. Шул рәүешле үҙәк һаналған Сибаев урамында транспорт ағымын кәметтек. Төндә хәҙер ҡасаба ялтлап янып тора: 14 саҡрым тышҡы яҡтылыҡ сымдары һуҙылды, 227 яҡтыртыусы ҡоролмалар ҡуйылды.
Бынан тыш, Арҡайымға ингән урында бүленгән яңы участка урамдарына һыу торбалары үткәрелде. Шулай итеп ҡасаба тулыһынса һыу менән тәьмин ителде. Яңы яҡҡа газ селтәрҙәрен һуҙыу проекты буйынса эштәр бара.
Күптән түгел урамдарға сүп-сар түгеү өсөн контейнерҙар ҡуя башланылар. Был эш әле лә дауам итә. Етәкселәр бөтәһе нисә контейнер буласағы һәм улар ҡайһы урындарҙа ҡуйыласағы мәсьәләһен хәл итә. Яҙ көнө иһә сүп-сар түгеү урындары көпләнәсәк.
Арҡайым өсөн быйыл тағы бер мөһим ваҡиға булды—заманса уйын ҡоролмалары ҡуйылған, яҡтыртылған балалар майҙансығы сафҡа инде
#нацпроекты#миллипроекттар