Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә “Мәғариф” милли проектының “Цифрлы белем биреү мөхите” программаһы сиктәрендә электив курстар аҙналығы бара. 27-31 ғинуарҙа үҙәктә “Фән һәм техника” техник йүнәлеш буйынса курстарҙа техник бүлектәр берекмәһе ағзалары шөғөлләнә. Атап әйткәндә, өҫтәмә белем биреү педагогтары Н.В.Резвова, Л.А.Көмөшҡолова, А.У.Исхаҡов, Л.Ф.Чурашоваларҙың тәрбиәләнеүселәре белемдәрен камиллаштыра.
Уҡыуҙар башында уҡыусылар менән мәғлүмәт технологиялыры буйынса методист А.Н.Петров әңгәмә үткәреп, курстың маҡсатын һәм бурыстарын, расписание менән таныштырһа, педагог-психолог Л.Л.Ҡәйүмова психологик сәғәт үткәргән.
#нацпроекты#миллипроекттар