Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 13:10

Хеҙмәтен яратып башҡара

--Штукатур-малярҙар төҙөлөшкә иң һуңынан килә. Әммә беҙ һоро ҡумтанан ялт итеп торған торлаҡ яһайбыҙ. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе ап-асыҡ күренә,--ти Анастасия Александровна, хеҙмәте менән ғорурланыуын йәшермәй.

Гәзит биттәрендә үҙ һөнәренә тоғро ҡалып йылдар буйы намыҫлы эшләүселәр хаҡында даими яҙабыҙ. Яңы эш башлаған йәштәр күберәк ситтә ҡала. Төҙөүсе хеҙмәтенә элекке кеүек хәҙер күптәр ҡыҙыҡмай. Ә бына Сибай ҡалаһының “Жилсервис” йәмғиәтендә штукатур-маляр булып эшләүсе Анастасия Свиридова уға урау юлдар аша килә тиһәк тә дөрөҫ булыр. Ҡаланың 12-се мәктәбен тамамлағас һатыусы булып эшләй. Көнө буйы аяҡ-үрә баҫып тороп халыҡты хеҙмәтләндерһә лә эш хаҡы ашауҙан үтмәй. Шул ваҡытта ҡыҙ Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында ҡоро төҙөлөш мастеры һөнәрен үҙләштерергә ҡарар итә. Студент булараҡ практика үткәндә Таусылар проспектында төҙөлгән яңы йортта эшләйҙәр. Тап шунда Анастасия уның һөнәре төҙөлөштә иң кәрәкле булыуына төшөнә.
--Штукатур-малярҙар төҙөлөшкә иң һуңынан килә. Әммә беҙ һоро ҡумтанан ялт итеп торған торлаҡ яһайбыҙ. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе ап-асыҡ күренә,--ти Анастасия Александровна, хеҙмәте менән ғорурланыуын йәшермәй.
6 йыл инде Анастасия Свиридова ҡаланың “Мәғлүмәт иҫәп-кассаһы үҙәге” ҡарамағындағы күп ҡатлы йорттарҙы ремонтлаған подрядсы ойошмала уңышлы эшләй. Былтыр улар йорттарҙың подъездарын ремонтлау менән ныҡлы булышҡан. Быйыл да был тәңгәлдә эштәре етерлек.
Анастасия үҙен бәхетле ҡатын-ҡыҙҙар рәтенә индерә. Ситкә китеп аҡса эшләмәй, йүгереп барырҙай эше янында, унан йүгереп ҡайтырҙай торлағы бар. Ҡыҙы Александра үҫеп килә.