Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 12:55

Борсолорға урын юҡ

Тимәк, борсолорға урын юҡ. Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Башҡорт теле йылында бындай күңелһеҙ күренештәргә юл ҡуйылмаясаҡ.

--Кисә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары уҡыу йорто ректоры Салауат Тәлғәт улы Сәғитов башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары һәм студенттары менән аралашты,--тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уҡыу йорто уҡытыусыһы, яҡташыбыҙ Роза Әҙеһәмова.
Осрашыуҙың маҡсаты: үткән ике көндә интернет селтәрендә БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты ябыла, Ислам үҙәгенә ҡушыла һәм башҡа имеш-мимештәргә аныҡ яуап биреү булды.
Салауат Тәлғәт улы 3 сәғәткә яҡын дауам иткән күҙгә-күҙ ҡарап осрашыуҙа:
-- Башҡорт филологияһы факультеты йәшәйәсәк. Ул ғына ла түгел, ә сәскә атасаҡ, яңыса йүнәлештә үҫешәсәк. Был юҫыҡта барыһы ла эшләнәсәк,-- тип белгертте тип яҙҙы Роза Дияс ҡыҙы.
Тимәк, борсолорға урын юҡ. Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Башҡорт теле йылында бындай күңелһеҙ күренештәргә юл ҡуйылмаясаҡ.