Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 10:30

БӘЛӘҺЕ ҘУР…

Ябай ғына, бәләкәй генә батарейка…Ә беләһегеҙме уның бәләһе ни тиклем ҙур?

Һәр беребеҙ көндәлек тормошта ҡулланған батарейкалар тәбиғәт өсөн дә, беҙҙең һаулығыбыҙ өсөн дә бик хәүефле. Беҙ уны алабыҙ, көсө бөтһә ырғытабыҙ. Ә бер батарейка 20 кв.м. майҙандағы тупраҡты бысрата, ағыуланған ерҙә үҫемлек үҫмәй. Кислород бүленеп сығыу ҙа кәмей. Һыуға ағып төшә икән, 1 батарейка 400 литр һыуға зыян килтереүгә һәләтле.. Уның составында ҡурғаш, төрөгөмөш, цинк, магний һәм башҡа зарарлы матдәләр бар.
Батарейкаларҙы яғып ҡына ҡотолоп булмай. Ул янған саҡта һауа бысрана. Бүленеп сыҡҡан ағыу аҙаҡ яуым-төшөм менән барыбер ергә төшәсәк. Ошондай шарттарҙа, әлбиттә, кешенең һаулығы ла ҙур зыян күрә.
Ниндәй батарейкаларға өҫтөнлөк бирергә? Кеҫә яғына һуҡһа ла, ҡиммәтлеһен алырға тырышығыҙ. Составында кадмий һәм ртуть булғандан һаҡланығыҙ. Мөмкин булһа, бер нисә ҡат ҡуллана торғанына (зарядкаға ҡуйып булғанына) өҫтөнлөк бирегеҙ.
Ә ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан батарейкаларҙы ҡайҙа итергә? Улар махсус контейнерҙарға һалынып, айырым эшкәртеү пункттарына оҙатылырға тейеш. Ә беҙҙә ул бармы? Юҡ шул…
“Экология” милли проекты сиктәрендә йыл аҙағына тиклем Өфөлә хәүефле ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе завод барлыҡҡа киләсәк. Был темаға Тәбиғәттән файҙалыныу һәм экология министрлығында кәңәшмә үтте. “Росатом” компанияһына ингән “РосРАО” предприятиеһының башҡарма директоры Александр Богуцкий белдереүенсә, уларҙың компанияһы былтырҙан 1 һәм 2-се класлы хәүефһеҙлеге булған ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса федераль оператор тип тәғәйенләнгән. Был ҡалдыҡтарға шул иҫәптән батарейкалар һәм терегөмөшлө лампалар ҙа инә.
Яҡын арала республика оператор менән килешеү төҙөйәсәк, бындай ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм зарарһыҙландырыу буйынса юл картаһы эшләнәсәк, тине министр Урал Искәндәров.
#нацпроекты#регпроекты

Түбәндәге сығанаҡ мәғлүмәт өсөн файҙаланылды: IstochnikiPitaniy.ru: https://istochnikipitaniy.ru/stati/chem-opasny-batarejki.html