АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2020, 00:31

Учалылар сибайҙарҙы оҡшатты

Учалы ҡалаһында А.Мәбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театры коллективының гастролдәре аншлаг менән бара.

Учалы ҡалаһында А.Мәбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театры коллективының гастролдәре аншлаг менән бара. Сибай театры артистарын бында һәр ваҡыт һағынып көтөп алалар. Төрлө жанрлы спектаклдәре - Т.Ғарипованың "Китмәгеҙ, торналар!" драмаһы, А.Әхмәтғәлиеваның "Ул бит кисә ине" моңһоу комедияһы, Т.Ғиззәттең "Башмағым" музыкаль комедияһы бер тында, барыһы ла йылы ҡабул иттелде. Йәш быуын артистары - Алина Әбдрәшитова һәм Юлиә Мөхәмәтйәнова хатта "ТЕАТР ХАЗИНАҺЫ" таҫмалары менән бүләкләнде. Гастролдәр дауам итә. А.Әхмәтовтың"Үгәй ҡыҙ" әкиәте һәм "Йырланмаған әле беҙҙең йыр" театрлаштырылған тамаша-концерты үҙҙәренең тамашасыларын көтөп ҡала.
Читайте нас: