Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2020, 23:25

Йәшлек – ҡанатлы бер саҡ

Шундай шәп йәштәре менән дан тота Сибай институты. Әле улар ҡышҡы сессияларын тапшыра. Унан ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе оҙайлы каникул көтә.

Кем студент булған, шул аңлай: ғүмерҙең иң матур мәле шул осорға тура килә. Һеҙ һүрәттә күргән һылыу, дәртле, әүҙем 4 йәш кешенең дә йәшлектәренең күкрәп сәскә атҡан сағы. Улар төрлө төбәктә буй еткергән: Данир Ишбаев Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуған; Илдус Сурин—Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы егете. Рузилә Ғәбитова—Баймаҡ ҡалаһы һылыуы, ә Розалия Сәфиуллина хозур тәбиғәтле Белорет тарафтарынан. Йәштәр Сибай институтының төрлө факультеттарында төрлө курстарҙа белем ала. Әммә уларҙың дүртеһен дә бер уҡыу йорто, сәнғәткә, спортҡа һөйөү берләштерә.
Данир математика йүнәлешен һайлаһа ла, күңеле менән шағир ул. Башҡорт һәм рус телендә ижад иткән шиғырҙары республика матбуғаты биттәрендә донъя күреп тора. Шулай уҡ ул ҡурайҙа оҫта уйнай.
Технология факультетында белем алыусы Илдустың иһә ҡулынан килмәгән эш юҡ. Әйткәндәй, уның бөтә һәләттәре Сибай институтына уҡырға килгәс кенә асыла. Илдус—“Сармат” бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ бейеүсеһе. Ансамбль составында “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ҡатнашҡан. Уҡыу йорто телевидениеһының әйҙәүсе операторы. Йәштәр үҙ көстәре менән студия асып, бөтә яңылыҡтарҙы зәңгәр экрандарға сығара.
Педагогика факультеты студенты Рузилә Ғәбитова бәләкәйҙән сәхнәнән төшмәгән. Әле ул “Ете ырыу” бейеү ансамбленең репититоры булараҡ эш алып бара. Киләсәктә уҡыуын магистратурала дауам итергә хыяллана.
Розалия иҡтисад һәм хоҡуҡ бүлеген тамамлаясаҡ. Ул хеҙмәт юлын эске эштәр органдарында башламаҡсы. Тырыш ҡыҙ институтҡа уҡырға килгәндән алып уҡтан атыу менән шөғөлләнә. Әле ул тренер дәрәжәһенә етеп, үҙенән түбән курстарҙа белем алыусыларға күнекмәләр уҙғара.
Шундай шәп йәштәре менән дан тота Сибай институты. Әле улар ҡышҡы сессияларын тапшыра. Унан ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе оҙайлы каникул көтә.