Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2020, 11:15

Студенттар һәм йәштәр өсөн мөһим сара

Билдәле булыуынса, 2020 йылдың октябрь айында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу була.

Билдәле булыуынса, 2020 йылдың октябрь айында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу була. Ғәҙәттә был сарала студенттар ҙур теләк менән ҡатнаша. Статистика белгестәре лә уларҙың был өлкәләге хеҙмәтен юғары баһалай.
Төбәктәге проблемалар институты директоры Дмитрий Журавлев: “Быйылғы йылдың октябрь айында башланасаҡ халыҡ иҫәбен алыу студенттар һәм йәштәр өсөн бигерәк тә мөһим. Сөнки улар—илебеҙҙең киләсәге. Йәштәрҙең иҫәбен белгәндә алдағы йылдарҙа күпме бала тыуасағын күҙалларға була,”—тип белдергән.
Быйыл үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа эшләп алырға теләгән студенттар хәҙерҙән үк урындағы статистика органдарына мөрәжәғәт итә ала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу быйыл 1 октябрҙән 31 октябргә тиклем барасаҡ.
Читайте нас: