Баймаҡ ҡалаһында “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәхет биләмәһе” форумы үтте. Форум сиктәрендә саралар төрлө майҙансыҡтарҙа ойошторолдо. Ҡаланың 4-се лицейында ата-әсәләр өсөн Белем биләмәһе эшләһә, сәнғәт мәктәбендә лә йәнле аралашыуҙар булды. Форумдың төп өлөшө Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәгендә үтте. Бында гүзәл зат ҡулдары менән тыуҙырылған барлыҡ нәмә күргәҙмәгә ҡуйылды. Ярат, Темәс ауылдары ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларының күргәҙмәһе милли аш-һыуҙан һығылып торҙо. Темәс әүҙемселәре ҡуйған самауыр күргәҙмәһе лә иғтибарҙы йәлеп итте. Ҡул эштәре лә күп булды. Ошонда уҡ республика медицина учреждениелары табиптары халыҡты ҡабул итте. Ҡатын-ҡыҙҙың сибәрлеген тағы ла сағыуыраҡ итеү өсөн урындағы матурлыҡ салондары хеҙмәткәрҙәре оҫталыҡ класы ойоштороп, һәр теләүсене хеҙмәтләндерҙе: прическалар яһаны, буяндырҙы, күркәмләндерҙе.
Форумдың мәртәбәле ҡунаҡтары—Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров,Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Э.Айытҡолова, Г.Ҡолһарина, мәҙәниәт министры Ә.Шафиҡова, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Ә.М.Кәримова, Рәсәйҙең йәш йондоҙо Мари Карне ҡатнашты.
Сараға шулай уҡ Сибайҙан махсус делегация барҙы. Сибай ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова, мәҙәниәт бүлеге начальнигы И.Р.Солтангәрәев, музей директоры А.З.Ярмуллина, сәсәниә А.С.Ғәйнуллина, йәмәғәт хәбәрселәр Р.С.Хәсәнова, Т.Ф.Ғәйнуллина ут күршеләрҙең ижади майҙансыҡтары менән ентекле танышты. Ни тиһәң дә сираттағы ошондай уҡ форумдың беҙҙә үтеүе күҙаллана.
Сара сиктәрендә үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышында халҡыбыҙҙың яҙмышына бәйле күп кенә мәсьәләләр күтәрелде.