АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 10:10

Сибай мәктәбендә--виртуаль концерт залы

Виртуаль концерт залы күргәнегеҙ бармы? Тиҙҙән ул Сибайҙа буласаҡ.Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.#нацпроекты#миллипроекттар

Сибай мәктәбендә--виртуаль концерт залы
“Мәҙәниәт” милли проектының “Цифрлы мәҙәниәт” төбәк проекты сиктәрендә Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 6 виртуаль концерт залы барлыҡҡа килә. Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы конкурсын уңышлы үткәндәргә аҡса бүленә. Был сумма объекттарҙы юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыуға, техник һәм технологик ҡоролмалар алыуға тотонола. Былар иһә учреждениела даими трансляция ойоштороуға булышлыҡ итә.
2020 йылда Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы конкурсында Башҡортостандан ике еңеүсе билдәләнгән. Уларҙың береһе—Ишембай районындағы Балалар сәнғәт мәктәбе, икенсеһе--Сибай ҡалаһындағы Балалар сәнғәт мәктәбе.
Виртуаль концерт залы булдырыу өсөн проекторҙар, экрандар, ноутбуктар, акустика системаһы, сәхнә конструкциялары, монтаж һәм башҡа эштәр өсөн материалдар алынасаҡ.
#нацпроекты#регпроекты.