Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 10:45

Гөлдәриәнең икеләтә байрамы

Колледжда үткәрелгән бер мәҙәни саранан да ситтә ҡалмай ул. Башҡорт ҡыҙы өҙә баҫып бейеүе менән барыһын да әсир иткән. Бөрөлә уҡыуына 5 ай ғына булыуға ҡарамаҫтан, бихисап конкурстарҙа ҡатнашып Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, аҡсалата премия менән бүләкләнеп тә өлгөргән.

Бөрө медицина-фармацевтика колледжының I курсы студенткаһы, Сибай ҡалаһы ҡыҙы Гөлдәриә Зарафутдинова өсөн 24 ғинуар—Студенттар көнө быйылдан икелетә шатлыҡлы көн. Ғүмеренең 16-сы ҡышын ул студент булараҡ ҡаршылай. Тырыш ҡыҙ бәләкәс кенә сағынан ҡаланың “Гөлдәр” өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнеп, 8-се класта уҡ ҡулына бейеү өйрәтеүсе танытмаһын алған.
--Әлбиттә, 15 кенә йәшемдә әсәйемдең йылы ҡосағынан айырылып ҡырға сығып китеү еңелдән булманы. Башта уҡыуға бирелеп һағыныуҙарымды баҫырға тырыштым. Уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда ҡайнай башлағас, күңелһеҙләнергә ваҡыт ҡалмай,--тип йылмая Гөлдәриә.
Колледжда үткәрелгән бер мәҙәни саранан да ситтә ҡалмай ул. Башҡорт ҡыҙы өҙә баҫып бейеүе менән барыһын да әсир иткән. Бөрөлә уҡыуына 5 ай ғына булыуға ҡарамаҫтан, бихисап конкурстарҙа ҡатнашып Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, аҡсалата премия менән бүләкләнеп тә өлгөргән.
--Ҡыҙыбыҙ ҡышҡы сатлама һыуыҡта тыуһа ла өйөбөҙгә, ғаиләбеҙгә йәй йылыһы, йәм өҫтәне. Бер бөртөк һеңлеһе, атаһы өсөн йыуаныс, ҡыуаныс булһа, үҙемдең йәшлегем унда ҡабатланыуын күреп сикһеҙ шатланам,--ти ҡыҙҙың әсәһе Рузәлия Зарафутдинова.—Тыуған көнөндә сәскәләр бүләк итһәк шиңерҙәр, шуға ла беҙ уға бөтмәҫ йөрәк йылыбыҙҙы бирәбеҙ. Ул мәңге һүнмәҫ һәм һине бәлә-ҡазаларҙан һаҡлар. Изге һөнәргә эйә булып халыҡ сәләмәтлеге һағында ныҡлы торорға яҙһын.
Булыр бала—биләүҙән, ти халыҡ мәҡәле. Сәнғәткә, мәҙәниәткә ғашиҡ Гөлдәриәнең бына тигән фармацевт булырына ышанабыҙ.