Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 17:05

Ҡуйынында— наркотик

“Краснодар-1” тимер юл вокзалында наркотиктар менән бер ҡатын тотолған.

“Краснодар-1” тимер юл вокзалында наркотиктар менән бер ҡатын тотолған. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, полиция хеҙмәткәрҙәрен күреү менән ул пластик һауытты иҙәнгә ташламаҡ була. Тикшереү барышында 36 йәшлек ҡатындың еңенән порошок һымаҡ матдә һалынған полимер пакет алғандар, ә сумкаһында быяла һауытта илерткес әй-бер табылған. Быларҙың барыһы ла наркотик булыуы раҫланған. Әле уға Рәсәй Енәйәт кодексының 228-се статьяһы 1-се бүлеге буйынса эш асҡандар.