Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 18:00

Тыуым артырмы?

Халыҡ иҫәбен арттырыу өсөн йылына өҫтәлмә рәүештә 5 меңдән ашыу бала тыуырға тейеш

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә демография мәсьәләһе күтәрелде һәм тыуым кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итерҙәй саралар комплексы ҡаралды. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, 2019 йылда республикала 42 мең бала донъяға килгән. Был 2018 йыл менән сағыштырғанда 10,5 процентҡа кәм. Министр әйтеүенсә, халыҡ иҫәбен арттырыу өсөн йылына өҫтәлмә рәүештә 5 меңдән ашыу бала тыуырға тейеш. Бының өсөн министрлыҡ һаулыҡты нығытыу, ғаилә инфраструктураһын көйләү һәм миграция мәсьәләләренә ҡағылышлы программаларҙы үҙ эсенә алған саралар әҙерләй. “Демография” милли проекты буйынса башҡарылған эштәр ҙә ыңғай үҙгәреш индерер тигән өмөттә.
#нацпроекты