АТАЙСАЛ
-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 10:30

Күп балалы атайҙарға пенсия йәшен кәметеү көтөлә

Был закон проекты ҡасан тормошҡа ашырылыр? #ввпутин #президентрф #путинТулыраҡ сайтта уҡығыҙ

Удмуртия Республикаһының Дәүләт Советы Дәүләт Думаһына яңы закон проектын индергән. Уға ярашлы күп балалы атайҙар пенсияға иртәрәк сыға ала.
Атап үтелгән закон проектында: “Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса башҡарылған реформаларҙы еңеләйтеү маҡсатында, өс һәм дүрт бала тапҡан әсәләргә пенсияға ваҡытынан алдараҡ сығыу мөмкинлеге бирелгән ине. Индерелгән закон проектының төп маҡсаты—ир-егеттәр өсөн дә пенсия йәшен оҙонайтыуҙың эҙемтәләрен еңеләйтеү,”—тип әйтелгән.
Был закон проекты ҡасан тормошҡа ашырылыр? Әлегә билдәһеҙ. Авторҙар билдәләп үтеүенсә, уны тормошҡа ашырыу өсөн яҡынса 5,21 миллиард һум аҡса талап ителә.
#ввпутин #президентрф #путин
Читайте нас: