Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 10:25

«Батырҙарҙы данлар илем бар»

Өфөлә театр декадаһы «Батырҙарҙы данлар илем бар» музыкаль драмаһы менән асыла. 30 ғинуарҙа Сибай концерт-театр берекмәһе тамашасыларҙы 19.00 сәғәттә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына саҡыра.

Өфөлә театр декадаһы «Батырҙарҙы данлар илем бар» музыкаль драмаһы менән асыла. 30 ғинуарҙа Сибай концерт-театр берекмәһе тамашасыларҙы 19.00 сәғәттә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына саҡыра.
Драма Башҡортостандың 100 йыллығына һәм шағир, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре Ш.Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуына арнала.
Программала Сибай концерт-театр берекмәһенең бөтә ижади төркөмө ҡатнаша.
Драманың авторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Ғәйетбаев; режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов, композиторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нур Дауытов, балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, ҡуйыусы рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов, костюмдар буйынса рәссам – Айгөл Байрамғолова.
Өфөлә театр декадаһы 11 февралгә тиклем дауам итә. Уның программаһында – уҙған миҙгелдә сәхнәләштерелгән 10 сағыу тамаша һәм Башҡортостан театрҙарының «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» һәм «Театр – балаларға» проекттары сиктәрендә ҡуйылған премьера спектаклдәре.
«Батырҙарҙы данлар илем бар» исемле музыкаль драмаһын ҡарарға саҡыра.
--“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә сәхнәгә ҡуйылған әҫәр илһөйәр рух менән һуғарылған, Башҡортостандың азатлыҡ өсөн көрәш юлы, халҡыбыҙ тарихы, милләт яҙмышы сағылдырылған тамашала «Сулпан» балалар театры һәм Сибай филармонияһы артистары тыуҙырған образдар, йыр-бейеүҙәр аша илебеҙҙең батыр улдарына дан йырлана, --ти Сибай филармонияһы директоры Айбулат Ҡотошев.
#нацпроекты#миллипроекттар