Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 14:05

Балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!

--Алло, ярҙам итегеҙ, беҙҙең балабыҙ... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

--Алло, ярҙам итегеҙ, беҙҙең балабыҙ машина эсендә бикләнгән…
Сибай деспетчер бүлегенә ошондай хәбәр килә. Ҡотҡарыусылар махсус ҡорал ярҙамында “Лада Ларгус” автомобиленең ишеген асып, бер йәшлек сабыйҙы ата-әсәһенә тапшыра.
“Бала медицина ярҙамына мохтаж түгел, ә бына уның ата-әсәләре ныҡ боросолған ине,” - ти ведомство хеҙмәткәрҙәре.
Әткәндәй, республика ҡотҡарыусылары уҙған тәүлектә 5 тапҡыр ишек асыуҙа ярҙам күрһәткән. Шуның өс осрағында хәл өйҙә яңғыҙ ҡалған балаларға бәйле булған.
Ошонан сығып иҫкәртәбеҙ: бәләкәйҙәрҙе яңғыҙ ҡалдырмағыҙ! Был ҡыҙғаныс тамамланыуы ихтимал.