Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 17:05

Бәхет биләмәһе...

Баймаҡта - "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" исемле форум уҙғарыла.

25 ғинуар Баймаҡ ҡалаһында район ҡатын-ҡыҙҙары өсөн "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" тигән ҙур форум үтәсәк. Сараға республика Башлығы Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Хәбированың, Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатованың, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә. Форум сиктәрендә төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк.