Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2020, 10:55

Ипотека ставкалары кәмей

Республикала ”ғаилә ипотекаһы” буйынса ставканы 3,5 процентҡа тиклем кәметеүҙәре ихтимал.

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының бер йүнәлеше—ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, ипотека стакаһын 8 проценттан да юғары ҡуймау. Ошо уңайҙан Башҡортостанда төрлө саралар күрелә. Мәҫәлән, республикала ”ғаилә ипотекаһы” буйынса ставканы 3,5 процентҡа тиклем кәметеүҙәре ихтимал. ”Жилстройсбережение” программаһына үҙгәрештәр индереү проекты әҙерләнгән. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондының генераль директоры урынбаҫары Евгений Декатов белдерҙе.
Фонд мәғлүмәттәренә ҡарағанда, программала ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Тик ғаилә килеменең аҙ булыуы тәүге иғәнәне индереүҙе ауырлаштыра.
Әлеге ваҡытта 7,5 мең кеше торлаҡ өсөн аҡса туплай. Республиканың торлаҡ-төҙөлөш баҙарындағы саралар күләме 3,5 миллиард һумға яҡынлашҡан. 2017 йылдың июненән ипотека 7 процент ставкаһы менән бирелгән, программанан ике меңдән ашыу кеше файҙаланған.
#нацпроекты#регпроекты