Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2020, 10:28

Хөкүмәттең яңы составы билдәләнде

Ил башлығы Владимир Путин, Дмитрий Медведев отставкаға киткәндән һуң алты көн үткәс, Хөкүмәттең яңы структураһын һәм составын раҫланы.

Ил башлығы Владимир Путин, Дмитрий Медведев отставкаға киткәндән һуң алты көн үткәс, хөкүмәттең яңы структураһын һәм составын раҫланы. Яңы премьер-министр Михаил Мишустиндың туғыҙ урынбаҫары буласаҡ. Андрей Белоусов—беренсе урынбаҫары. Минкавказ бөтөрөлөү арҡаһында министрлыҡтар һаны егерме бергә ҡалдырыла.
#ввпутин #президентрф