“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Сибай үҙәк дауаханаһына республика белгестәре килеп халыҡты ҡабул итеүҙәрен дауам итә. Был юлы ҡалаға республика кардиология үҙәгенең табип-кардиологы Азат Әхәт улы Баһаутдинов, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының балалар эндокринологы, профессор, медицина фәндәре докторы Олег Артурович Малиевский, балалар гастроэнтерологы Тимур Салауат улы Заһиҙуллин килеп, сирлеләргә төрлө кәңәштәр бирҙе. Белгестәргә эләгергә теләүселәр бик күп булды.
М.Ҡоланбаева Олег Малиевскийға сәләмәтлегенә зарланып түгел, рәхмәт һүҙҙәре әйтер өсөн ингән.
--Үҫмер йәшенә еткәс улым ҡапыл ныҡ ауырыуға һабышты. Кәүҙәһе тиҙ үҫкәнлектән, эске органдары уға эйәрә алмай тип аңлатты белгестәр. Әммә дауалауҙар файҙа бирмәне. Былтыр февралдә Олег Артуровичтың тырышлығы менән Мәскәүҙә операция яһаттыҡ. Аллаға шөкөр, балам шунан бирле терелеп китте. Улымды дауалауға күп кенә ҡалалаштар ҙа аҡсалата ярҙам итте. Изге күңелле кешеләрҙең барыһына ла рәхмәтлемен. Һаулығым--байлығым,тип бушҡа ғына әйтмәгән боронғолар,--тине әсә.
Үҙәк дауахананың баш табибы Р.Нәҙерғолов та баш ҡала табиптарына сирлеләрҙе алыҫҡа йөрөтмәй, урында ғына дауалау мөмкинлеге тыуҙырған өсөн рәхмәттәрен әйтте.
#нацпроекты#миллипроекттар