Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 16:30

Һыйыр ағы—үҫеш сығанағы

Бөгөн Сибай ҡалаһының Маяковский урамы,26-сы йортонда урынлашҡан “Яҙ” магазины эсендә һөт ризыҡтары таратыу пункты асылды. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе хәстәрләү маҡсатында барлыҡҡа килгән пунктҡа һөт, ҡатыҡ, эремсек әлегә Белорет ҡалаһынан килтерелә.

Бөгөн Сибай ҡалаһының Маяковский урамы,26-сы йортонда урынлашҡан “Яҙ” магазины эсендә һөт ризыҡтары таратыу пункты асылды. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе хәстәрләү маҡсатында барлыҡҡа килгән пунктҡа һөт, ҡатыҡ, эремсек әлегә Белорет ҡалаһынан килтерелә. Бында шулай уҡ Белоретта етештерелгән һөт ризыҡтарын һатып алырға ла мөмкин.
--Яҡын арала, атап әйткәндә февраль аҙағында Сибайҙың Чайковский урамы,13 адресында һөт етештереү фабрикаһы үҙебеҙҙә асыласаҡ. Әлегә уның бинаһы төҙөлә, инженер коммуникациялары үткәрелә. Артабан махсус ҡорамалдар килтерелһә, һөт ризыҡтарын урында етештерә башлаясаҡбыҙ,--тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары С.В.Озерцов.
Яңы асылған һөт ризыҡтары пункты әлеге 3 йәшкә тиклемге балаһы булған, йөклө 72 ҡатын-ҡыҙҙы хеҙмәтләндерә. Тәүгеләрҙән булып 3 йәшлек өлкән ҡыҙына иш булып тыуған игеҙәктәренә Гөлназ айҙашева һөт ризыҡтары алды.
--Дәүләттән бындай ярҙам алыу өсөн минималь эш хаҡы ғаиләләге һәр кеше башына минималь йәшәү дәүмәленән аҙ булырға тейеш. Пуктҡа йүнәлтмәне участка педиатры аша алдыҡ. Аҙнаһына ике тапҡыр ошонда клеп ҡыҙҙарыма йогорт, һөт, ҡатыҡ, эремсек алып торасаҡмын. Етәкселәргә рәхмәт. Йәш ғаиләләрҙе хәстрәрләү—илебеҙ үҫешен нығытыу, тип уйлайым,--тине йәш әсә.
Яҡын арала ҡаланың Көнсығыш биҫтәһендә тағы ла ошондай уҡ пункт асылыуы көтөлә.