АТАЙСАЛ
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 10:20

Тыуымды арттырыу ысулдары барлана

2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар...

Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны упҡынға һөйрәй. Бында дәүләт яғынан матди ярҙам ғына мәсьәләне хәл итмәйәсәген Мәскәү ғалимдары ла раҫлаған. Респонденттарҙың яртыһы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам, һалым буйынса ташлама, балалар баҡсаһы, мәктәп, йәғни, социаль инфраструктура булыуын төп шарт, тип билдәләй.
Әле Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана, был өҫтәмә ярҙам саралары киләһе 5 йылда яңы тыуған балалар һанын 8 меңгә арттырырға тейеш. Айырым райондар үҙ программаларын булдыра, мәҫәлән Салауат ҡалаһында игеҙ бала тыуғанда 50 һәм 100 мең һум түләйҙәр, Илеш һәм Ҡариҙелдә ЭКО процедураһын өлөшләтә түләшәләр, 26 муниципалитетта ер һалымына льгота ҡаралған. Республика етәксеһе райондарға студенттар менән бәйләнеште ныҡ тоторға саҡырҙы.
#нацпроекты
Мәғлүмәт “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһынан алынды.