Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 10:40

Социаль әүҙемлек үҙәге

--Яңы асылған бүлектә балалар үҫеше өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Телмәре тотҡарланғандарға логопед, ауыр хәлгә тарыусы ғаиләлә тәрбиәләнгәндәргә психолог, социаль педагог менән эшләү тик ыңғай йоғонто бирәсәк,--ти бүлек хеҙмәткәрҙәре.

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр приюты Юбилей урамы,5) нигеҙендә коррекция-үҫтереү бүлеге эшләй башланы. “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” программаһына ярашлы барлыҡҡа килгән бүлектә логопед, психолог, социаль педагог менән шөғөлләнергә мөмкин. Шулай уҡ 3 йәштән алып 18 йәшкәсә һәләте булғандар вокал буйынса өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәренең дәрестәренә йөрөй ала. Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.
--Яңы асылған бүлектә балалар үҫеше өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Телмәре тотҡарланғандарға логопед, ауыр хәлгә тарыусы ғаиләлә тәрбиәләнгәндәргә психолог, социаль педагог менән эшләү тик ыңғай йоғонто бирәсәк,--ти бүлек хеҙмәткәрҙәре.
#нацпроекты#миллипроекттар