Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 11:35

Елле бүләк көтә

--Ил, республика, ҡала кимәлендәге барлыҡ мәҙәни сараларҙы ла тейешле кимәлдә ойоштороуға бөтә тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ. Алдан шуны хәбәр итәбеҙ: “Ирәндек моңдары” йыр бәйгеһендә еңеүсене елле бүләк--супер приз көтә!—тине кәңәшмә һуңында Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илшат Рәшит улы Солтангәрәев.

2020 йыл — төрлө сараларға бай йыл. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы киң билдәләнә. Сибай ҡалаһы барлыҡҡа килеүгә 65 йыл тула. Республикала Бөтә донъя фольклориадаһы үтә. Июнь айы урталарында Сибайҙа "Урал аръяғы"инвест һабантуйы башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" XV төбәк -ара йыр конкурсы ойошторола. Бөгөн йыр бәйгеһенә әҙерлек буйынса тәүге кәңәшмә үтте. Унда ҡала әүҙемселәре, уҡытыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Сараны йөкмәткеле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғарыу өсөн һәр кем үҙ тәҡдимен индерҙе.