Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 18:02

Сибайҙа енәйәт ҡылынған

Енәйәтсе ошондай уңайлы мәл менән файҙаланып ҡалырға була.

Сибай ҡалаһында йәшәүсе 54 йәшлек ҡатын ишеген бикләмәйенсә тышҡа сығып китә. Енәйәтсе ошондай уңайлы мәл менән файҙаланып ҡалырға була.
Өйөнә ҡайтып ноутбугы юҡлығын белгәс тә, ҡатын Эске эштәр министрлығының Сибайҙағы бүлексәһенә хәбәр итә. Енәйәт ҡылынған ергә оператив-тәфтиш төркөмө ебәрелә. Ҡатын 11 мең һум күләмендә зыян күргән булып сыға.
Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, зыян күреүсе инә торған ишектәрҙе бикләмәйенсә киткән. Бур, уңайлы мәлде файҙаланып, өҫтәлдә торған ноутбукты урлап ҡасҡан.
Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре енәйәтсенең кемлеген асыҡлаған һәм уны ҡулға алған. Ноутбукты Сибай ҡалаһында йәшәүсе 41 йәшлек ир урлаған булып сыға. Ир енәйәтен тулыһынса танығын.
Ноутбук яҡын арала кире хужаһына ҡайтарыласаҡ.